ОЛИГОФРЕНИЯ (олиго... һәм гр. phreјn — аҡыл), тыумыштан булған йәки бала саҡта барлыҡҡа килгән аҡыл зәғифлеге, психиканың үҫешеп етмәүендә сағыла. О. этиологияһы асыҡ булмаған, эндоген‑нәҫелдән килгән һәм экзоген факторҙар сәбәпсе булған төрҙәре була. Аҡыл зәғифлегенең кимәленә ҡарап дебиллек (еңел), имбециллек (уртаса) һәм идиотияға (көслө дәрәжәлә) айырыла. О. үҫешенә генетик факторҙар, яралғының ҡарында уҡ зарарланыуы (гормональ боҙолоуҙар, ҡыҙылса һ.б. вируслы инфекциялар), перинаталь осорҙа һәм бала ғүмеренең тәүге 3 йылында зыянлы факторҙар йоғонтоһо (яралғының һәм яңы тыуған баланың быуылыуы, бәпесләгәндәге травма һ.б.) булышлыҡ итә. Төп билдәләре: интеллекттың, телмәрҙең үҫешеп етмәүе, тәртиптәге тайпылыштар. Диагностика өсөн клиник, цитогенетик һ.б. тикшереү ысулдары ҡулланыла. Дауалау симптоматик, коррекцион (олигофренопедагогика) һ.б. Иҫкәртеү маҡсатында медицина‑генетика консультацияларҙа тикшереү үткәрелә. Психиканың һәм тәртиптең ҡаҡшауы, ш. иҫ. О. бәйле булғаны, балалар инвалидлығының төп сәбәбе булып тора. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2008 й. — 514,1; 2010 — 527,9; 2012 — 534,2 ауырыу теркәлгән. О. проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр 19 б. башында үткәрелә башлай: балаларҙа иртә аҡыл зәғифлеге билдәләре тасуирлана, Өфө губ. О. таралыуы өйрәнелә (Л.И. Айхенвальд, Н.А.Сокальский). 1920 й. респ. аҡыл яғынан артта ҡалған балалар өсөн беренсе махсус мәктәп асыла (ҡара: Коррекция мәктәптәре). О. мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 70‑се йй. алып барыла: Медицина университетында Н.А.Борисова етәкс. балаларҙы мед.‑генетика тикшереүе үткәрелә башлай (Ф.М.Байбаҙарова, Н.З.Жогова, Ф.Ғ.Исхаҡова, С.А.Михайлова), О. дауалау мәсьәләләре өйрәнелә (Р.Х.Иштуғанова); Педагогия университетында һәм Мәғарифты үҫтереү институтында аҡыл яғынан артта ҡалған балалар өсөн белем биреү программаларын камиллаштырыу б‑са эштәр алып барыла (ҡара: Коррекция педагогикаһы).

В.Л.Юлдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика