ОЛИГОТРОФТАР (олиго... һәм trophe — туҡланыу), минераль туҡланыу элементтарына ярлы тупраҡта һ.б. субстраттарҙа үҫергә һәләтле үҫемлектәр. Күпселек мүктәр (кәкүк етене, һаҙ мүгенең төрҙәре һ.б.) һәм лишайниктар (пармелия, цетрария һ.б.), күп бәләкәй ҡыуаҡтар, ярым ҡыуаҡтар, ҡайһы бер ҡыуаҡтар һәм үләндәр (бесәйтабан, мамыҡбаш күрән һ.б.) О. булып тора. Күпселек О. асыҡ беленгән кутикулаһы булған бәләкәй пластинкалы, ҡайһы берҙә балауыҙ ҡуныҡлы һәм төклө күп йыллыҡ ксероморф япраҡлы. Күпселек О. тамырҙары бәшмәктәр мицелийы м‑н симбиозға инә, был ярлы субстраттарҙа үҫеү өсөн өҫтәлмә ҡулайлама булып тора. БР флораһында О. ылыҫлы урмандарҙа (ҡара көртмәлеҡыҙыл көртмәле һ.б.), сфагнум һаҙлыҡтарында (андромеда, мүк еләгебөжәк ашаусы үҫемлектәр һ.б.), тау тундраһында (арктоус) таралғандар. Декоратив үҫемлектәр (майлы үлән, мамыҡбаш күрән һ.б.), дарыу үҫемлектәре (ҡоро көртмәлеһаҙанаҡ һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (арктоус, тәлмәрйен япрағы һ.б.). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына О. һирәк төрҙәре: инглиз ысыҡ үләне, һаҙанаҡ, ялтыр һаҙ мүге һ.б.; реликттар альп арктоусы, ҡарлы флавоцетрария индерелгән.

 Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика