ОЗОЛИН КРИПТОМОНАСЫ (Cryptomonas ozolinii), бер күҙәнәкле криптофит ылымыҡтартөрө. Күҙәнәктәре эллипс йәки йомортҡа формаһында, яняҡтан ҡыҫылған, ал яҡтан ҙур булмаған уйым мн ҡыя ҡырҡылған, арт яҡтан тарайған, йомарланған, оҙонлоғо 17—22, киңлеге 9—13 мкм. Йотҡолоғо трихоцистар мн түшәлгән, күҙәнәктең уртаһына тиклем аҫҡа табан йәйелгән. Йотҡолоҡтан башланған һәм оҙонлоғо бса күҙәнәктең 3/4 өлөшөн тәшкил иткән 2 бер төрлөҡамсыһы бар. Хлоропластары 2, һарғылт йәшел төҫтә, дорзовентраль, күҙәнәктең бөтә оҙонлоғо буйлап урынлашҡан, эске өлөшөндә күп һанлы диск рәүешле крахмалбөртөксәләре бар. Пиреноидтары 2. Вакуоле күҙәнәктең алғы өлөшөндә, ядроһы артта урынлашҡан. БРҙа Ҡандракүл планктонындайәшәй. Һирәк төр.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

ОЗОЛИН КРИПТОМОНАСЫ (Cryptomonas ozolinii), бер күҙәнәкле криптофит ылымыҡтартөрө. Күҙәнәктәре эллипс йәки йомортҡа формаһында, яняҡтан ҡыҫылған, ал яҡтан ҙур булмаған уйым мн ҡыя ҡырҡылған, арт яҡтан тарайған, йомарланған, оҙонлоғо 17—22, киңлеге 9—13 мкм. Йотҡолоғо трихоцистар мн түшәлгән, күҙәнәктең уртаһына тиклем аҫҡа табан йәйелгән. Йотҡолоҡтан башланған һәм оҙонлоғо бса күҙәнәктең 3/4 өлөшөн тәшкил иткән 2 бер төрлөҡамсыһы бар. Хлоропластары 2, һарғылт йәшел төҫтә, дорзовентраль, күҙәнәктең бөтә оҙонлоғо буйлап урынлашҡан, эске өлөшөндә күп һанлы диск рәүешле крахмалбөртөксәләре бар. Пиреноидтары 2. Вакуоле күҙәнәктең алғы өлөшөндә, ядроһы артта урынлашҡан. БРҙа Ҡандракүл планктонындайәшәй. Һирәк төр. Ф.Б.ШкундинаТәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика