ОДИНЦОВ Виктор Петрович (11.10. 1876, Өфө — 21.11.1938, Мәскәү), офтальмолог. Мед. д‑ры (1904), проф. (1918). Мюнхен ун‑тын тамамлағандан һуң (1904) Өфө губ. земство табибы булып эшләй, 1918 й. алып 1‑се Мәскәү мед. ин‑тының күҙ клиникаһы ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 1927—33 йй. Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ директоры. Фәнни эшмәкәрлеге эксперименталь һәм клиник офтальмология мәсьәләләренә, күҙ патоморфологияһын өйрәнеүгә, күҙ ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Башҡортостанда офтальмология хеҙмәтен булдырыуҙа һәм трахоманы дауалауҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Русский офтальмологический журнал” (“Урыҫ офтальмология журналы”) ж. ойоштороусыһы һәм яуаплы мөхәррире (1922—31). Мәскәү күҙ табиптары йәмғиәте рәйесе (1921—31).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика