НУРХӘМИТОВ Харис Ғарип улы (2.10.1931, ТАССР‑ҙың Туҡай а. — 10.10.1998, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Илеш р‑нының Йәркәй МТС‑ында өлкән ветеринар врач, 1958 й. алып Илеш район ветеринар дауаханаһының ветеринар врачы. 1960—65 йй. Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында (1962 й. алып бүлек мөдире), 1967 й. алып БДАУ‑ҙа (1992 й. башлап паразитология, микробиология һәм вирусология каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре а.х. малдары гельминтоз м‑н ауырығанда метаболизм процестарын биохимик һәм микробиологик тикшереүгә, тергеҙеү терапияһының, иммуностимуляция һәм профилактика ысулдарын табыуға арналған. Н. тарафынан һарыҡтарҙа фасциолёз булғанда мамил премиксын ҡулланып гельминттарҙан ҡотолоу технологияһы эшләнә. 137 фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1989—98).

Х е ҙ м.: Фасциолёз животных и человека (интенсивность катаболических и анаболических процессов). Уфа, 1997 (авторҙ.); Метаболические процессы в организме овец при гельминтозах. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика