НУРТДИНОВ Марат Әҡдәс улы (19.6.1968, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Суслов а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны (1993), Көнсығыш Европа психоанализ ин‑тын (С.‑Петербург, 2014) тамамлаған. 1993 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль хирургия, аяҡ‑ҡул сегменттарын реплантациялау проблемаларына, психосоматик медицинаға, психоанализға арналған. Н. ҡатнашлығында сей яра ауырыуын, рефлюкс‑эзофагитты, парапроктитты, хроник панкреатитты, дуоденаль үткәрмәүсәнлекте, токсик вируслы гепатитты, бауыр циррозын, геморройҙы, шәкәр диабетын һ.б. дауалау ысулдары эшләнгән. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Новые подходы выполнения симультанных операций в абдоминальной хирургии. Уфа, 2001 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика