НУКЛЕИН КИСЛОТАЛАРЫ, п о л и н у к л е о т и д т а р, тере организмдарҙа генетик мәғлүмәтте һаҡлау һәм тапшырыуҙы__тәьмин иткән биополимерҙар. Ҡабатланыусы блоктарҙан — нуклеотидтарҙан — торған оҙон полимер молекулалар. Н.к. составына ниндәй углевод — дезоксирибоза йәки рибоза инеүенә ҡарап, дезоксирибонуклеин (ДНК) йәки рибонуклеин (РНК) к‑таларын айырып йөрөтәләр. ДНК молекулаһы береһе икенсеһен уратып алған 2 полинуклеотид сылбырҙан тора, улар иһә 4 типтағы күп һанлы мономерҙарҙан — үҙенсәлеклелеге 4 азотлы нигеҙҙең береһе (аденин, гуанин, цитозин, тимин) м‑н билдәләнгән нуклеотидтарҙан төҙөлгән. РНК составына аденин, гуанин, цитозин һәм урацил ингән нуклеотидтарҙан барлыҡҡа килгән. Н.к. нуклеотидтарҙың эҙмә‑эҙлелеге уларҙың беренсел структураһын билдәләй. Күпселек организмдарҙа нәҫеллектең төп матдәһе — ике сылбырлы ДНК молекулалары, ҡайһы бер вирустарҙа ДНК 1 сылбыр м‑н бирелгән һәм үрсеү өсөн генә ике сылбырлы формаға күсә. Вирустарҙың айырым төркөмдәрендә хромосомалар йыйылмаһында гендар бергәлеге (геном) РНК молекулалары м‑н бирелгән һәм бөтә йәшәү циклы РНК м‑н генә бәйләнгән, ҡайһы бер вирустарҙың геномдары үрсеү өсөн ДНК‑сылбырҙарға әүерелеп кире транскрипция стадияһын үтә. Функцияларына һәм структур үҙенсәлектәренә ҡарап рибосомаль (рРНК), транспорт (тРНК), информацион (иРНК), йәки матрицалы (мРНК), һәм түбән молекуляр (нмРНК) РНК‑лар айырыла. Н.к. — генетиканың һәм молекуляр биологияның өйрәнеү объекты. Башҡортостанда Н.к. тикшереү 20 б. 50‑се йй. уртаһынан Биология институтында В.Г.Конарев етәкс. башлана, 90‑сы йй. алып прокариоттарҙа циклик диген системалар (Р.Н.Чураев), микроорганизмдарҙың бер төркөм ксенобиотиктарҙың деструктор‑штамдары булып торған төрлө штамдарының генетик материалының ойошторолошо (Т.В.Маркушева) өйрәнелә. Биохимия һәм генетика институтында вирустарҙан алып кешегә тиклем бөтә кимәл ойошторолошло организмдарҙың Н.к. тикшерелә (В.А.Вәхитов, Э.К.Хөснөтдинова, А.В.Чемерис һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Биохимия.  

А.В.Чемерис

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика