НОВОСЁЛОВА Евдокия Ивановна (12.8.1958, Ульяновск өлк. Кивать а.), эколог. Биол. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Биология ин‑тында эшләй, 1994 й. алып БДУ‑ла: 2001 й. — декан урынбаҫары, 2008 й. башлап экология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан тупраҡтары экологияһын, техноген йоғонтоға дусар ителгән тупраҡтың биохимияһын, биодиагностикаһын, биомониторингын, уның тупраҡтың биологик активлығына тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. Н. ҡатнашлығында тупраҡты рекультивациялау ысулдары эшләнгән. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Микробиологическая рекультивация нефтезагрязнённых почв. М., 2001 (авторҙ.); Структурно‑функциональная трансформация биогеоценоза при нефтяном загрязнении и пути его восстановления. Уфа, 2004. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика