НОВОПОКРОВСКИЙ Иван Васильевич (25.11.1880, Рязань губ. Михайлов ҡ. — 2.9.1951, Ленинград), геоботаник. Биол. ф. д‑ры (1936), проф. (1919). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1904). Фәнни хеҙмәттәре СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә, астра һымаҡтар һәм шомбоя һымаҡтар ғаиләләренә ҡараған үҫемлек заттарын системаға һалыуға арналған. 1915 й., 1916 й., 1919 й. һәм 1928 й. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы составында Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ өлөшөндә геоботаник һәм флористик тикшеренеүҙәр үткәрә. Н. ҡатнашлығында респ. ботаник-геогр. райондарының картаһы төҙөлгән (1941). 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика