НОВИКОВА Лилиә Барый ҡыҙы (26.10.1946, Канск ҡ.), невролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) 1974 й. тиклем Өфөнөң 5‑се дауаханаһында эшләй. 1977 й. алып БДМУ‑ла (2001 й. башлап өҫтәмә проф. белем биреү ин‑тының неврология һәм нейрохирургия каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Баш ҡан тамырҙары үҙәге hәм Инсульт кисергән ауырыуҙарҙы реабилитациялау үҙәгенең ғилми етәксеһе (икеһе лә — Өфө). 2007 й. алып БР‑ҙың баш неврологы. Фәнни эшмәкәрлеге баш мейеһенең ҡан тамырҙары ауырыуҙары проблемаларына, неврология ауырыуҙарының экологик һәм генетик аспекттарына, нервы ауырыуҙары м‑н сирләгәндәрҙе шифахана‑курорттарҙа дауалауҙы ойоштороуға арналған. Н. ҡатнашлығында бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ваҡытында неврологик өҙлөгөүҙәрҙе күҙаллау һәм иҫкәртеү, тарҡау склерозды, инсультты һәм талпан энцефалитын диагностикалау, цереброваскуляр ауырыуҙар булғандарҙа артериаль гипертензияны дауалау ысулдары эшләнә, мейе ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуҙары булған ауырыуҙар өсөн Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге һәм Ҡала тергеҙеү мед. һәм реабилитацияһы үҙәге (икеһе лә — Өфө) ойошторола. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Проф. П.Я.Гапонюк ис. пр. лауреаты (2013).

Х е ҙ м.: Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.); Нейровизуализация в диагностике острого церебрального инсульта: (атлас исследований). Уфа, 2007 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика