НОВИКОВ Юрий Олегович (25.3. 1957, Өфө), невролог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1988 й. тиклем Өфөнөң 10‑сы дауаханаһында эшләй, 1990 й. алып ӨДАТУ ҡарамағындағы “Спектр” ҒПБ‑ның лаб. мөдире, 1994 й. — Мануаль терапия үҙәгенең баш табибы (Өфө), бер үк ваҡытта 2001 й. башлап БДМУ‑ла (2007 й. тиклем дипломдан һуң белем биреү ин‑тының мануаль терапия каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре дорсалгияларҙың этиологияһына, патогенезына, диагностикаһына, уларҙы дауалау һәм иҫкәртеүгә, терәк‑хәрәкәт системаһының дистрофик зарарланыуының мануаль терапия, нервы системаһы вертеброген зарарланған ауырыуҙарҙы реабилитациялау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Н. ҡатнашлығында умыртҡалыҡтың дистрофик ауырыуҙары үҫеше хәүефен күҙаллау, остеохондроздың неврологик сағылыштарын дауалау һөҙөмтәлелеген баһалау, тарҡау склерозды дауалау һ.б. ысулдар эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың Мануаль медицина ассоциацияһы президенты (1999 й. алып). Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1989).

Х е ҙ м.: Дорсалгии. М., 2001; Шейные болевые синдромы. Уфа, 2002 (авторҙ.); Немедикаментозное лечение шейных болевых синдромов. Уфа, 2009 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика