НИКУЛИЧЕВА Валентина Ивановна (6.9.1936, Киселёвск ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. табибы (1992). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем Иглин үҙәк район дауаханаһында (1963 й. алып дауалау эше б‑са баш табип урынбаҫары), 1967—68 йй. Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1971 й. башлап БДМУ‑ла: 1986—2013 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тының терапия һәм дөйөм табип практикаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1985 й. алып табиптарҙың белемен камиллаштырыу ф‑ты деканы, 1989—92 йй. дауалау эше б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге терапия, ш. иҫ. гематология һәм иммунология проблемаларына, төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда олон күҙәнәктәрен ҡулланыуға һ.б. арналған. Н. ҡатнашлығында сей яра ауырыуының стадияларын һәм өҙлөгөү хәүефтәрен асыҡлау, ашҡаҙан сей яраһын һәм яман шешен ультратауыш м‑н дифференциаль диагностикалау, балаларҙа тимер дефицитлы анемия булғанда иммунопатияларҙы дауалау ысулдары һ.б. эшләнә. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. Х е ҙ м.: Железодефицитная анемия — современные аспекты. Уфа, 2003 (авторҙ.); Хронический панкреатит — современные аспекты. Уфа, 2004 (авторҙ.); Лимфаденопатии в практике врача. Уфа, 2013 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика