НИКОЛЕНКО Алексей Геннадьевич (13.3.1964, Өфө), энтомолог. Биол. ф. д‑ры (2003), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1983—84 йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда, 1987—88 йй. һәм 1991 й. башлап Органик химия ин‑тында эшләй. 1993 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 1996 й. башлап ғилми секретарь, 1999 й. алып бөжәктәрҙең адаптивлығы биохимияһы лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге бал ҡортоноң популяцион генетикаһына, бөжәктәрҙең иммунитет биохимияһына арналған. Н. тарафынан башҡорт бал ҡортоноң генофондын һаҡлау һәм хәлен күҙаллау өсөн молекуляр‑генетик маркерҙар һәм тәҡдимдәр эшләнә; ареалына геногеографик тикшереүҙәр үткәрелә; төп популяцион‑генетик процестар билдәләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Инсектициды и биота почв. Уфа, 1998 (авторҙ.); Генетические аспекты сохранения биологического разнообразия. Уфа, 2000 (авторҙ.); Oxidative Stress in Vertebrates and Invertebrates: Molecular Aspects of Oxidative Stress on Cell Signaling. London, 2012 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика