НИКОВ Николай Петрович (23.3.1930, Украина ССР‑ының Николаев ҡ. — 22.8.1998, Өфө), хирург, онколог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1980). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Г.П.Никовтың ҡустыһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Фёдоровка р‑ны Дедов дауаханаһында баш табип, 1957 й. алып БДМИ‑ла (1975 й. башлап онкология каф. мөдире), 1986 й. — Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1988 й. алып БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, ш. иҫ. атеросклероз, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе, облитерациялы тромбангиитты дауалау, үпкә, һөт биҙҙәре һ.б. рагын диагностикалау һәм дауалау проблемаларына, онкологик ауырыуҙарҙы диспансерлаштырыу һәм яман шештәрҙе иртә асыҡлау мәсьәләләренә арналған. Н. тарафынан тура эсәкте Гартман б‑са резекциялағандан һуң эсәктең өҙлөкһөҙ эшләүен тергеҙеү ысулы уйлап табылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. БАССР онкологтары йәмғиәте рәйесе (1976—86). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика