НИКИТИН Николай Александрович (15.2.1977, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. канд. (2001). БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй. 2002 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда. Фәнни тикшеренеүҙәре трансплантация материалдарын һаҡлау өсөн консервациялау мөхитен ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011).

Х е ҙ м.: Биологическая роль оксида азота в офтальмологии //Вестник офтальмологии. 2007. №2 (авторҙ.); Роль TGFβ в офтальмологии //Цитокины и воспаление. 2009. Т.8. №1 (авторҙ.); Атлас глазной патологии. 2‑е изд. М., 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.