НИКИТИН Валентин Викторович (26.8.1935, Ҡаҙаҡ АССР‑ының Чандрин утары), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1988). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. табибы, СССР‑ҙың (1983) һәм БР‑ҙың (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Күмертау ҡ. үҙәк дауаханаһында, 1962 й. башлап Өфөнөң 13‑сө клиник дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып БДМУ‑ла (1982—2002 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑ты курсы м‑н травматология һәм ортопедия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1984—88 йй. уҡытыу‑тәрбиә эштәре б‑са проректор). Фәнни эшмәкәрлеге һөйәктәр һәм быуындарҙың зарарланыуын диагностикалау һәм хирургик дауалауға, автоһәләкәттәрҙә зыян күргәндәргә кисектергеһеҙ тәүге ярҙам күрһәтеүгә һәм этаплы дауалауға, республикала юл‑транспорт йәрәхәттәрен өйрәнеүгә арналған. Н. ҡатнашлығында быуын һәм бәйләүестәр ауырыуҙарын, травмаларын дауалау ысулдары, остеосинтез өсөн яйланма һ.б. эшләнгән. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы. БР травматологтары һәм ортопедтары ассоциацияһы президенты (1998 й. алып), вице‑президенты (2002 й. башлап).

Х е ҙ м.: Иммуно‑физиологические аспекты клиники и хирургической тактики при повреждениях капсульно‑связочного аппарата: в 2 ч. Уфа, 1992 (авторҙ.); Патология системы скольжения при внутрисуставных переломах и пути ее коррекции. Уфа, 1996 (авторҙ.); Дефанотерапия нарушений осанки и сколиоза. Уфа, 1999 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика