НИҒМӘТУЛЛИН Тимербәк Ғәзиз улы (20.5.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡай ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Туҡай а., — 16.4.2006, Өфө), биохимик. Биол. ф. д‑ры (1984), проф. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1958 й. тиклем БАССР‑ҙың Ҡыйғы һәм Әлшәй р‑ндарында ветеринар врач, 1961 й. алып Бөтә Союз эксперименталь ветеринария ҒТИ‑ның (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1964 й. — “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (2002 й. тиклем лаб. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге бактериофагия мәсьәләләренә, бактериофагтарҙың ДНК структураһы үҙенсәлектәренә арналған. Н. етәкс. эсәк, эрен-шеш ауырыуҙарын дауалау өсөн бактериофагтарҙың таҙартылған препараттарын эшләү технологияһы уйлап табылған һәм етештереүгә индерелгән. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

Х е ҙ м.: Новые препараты бактериофагов против наиболее распространённых гнойно-воспалительных заболеваний, их получение и характеристика //Роль иммунобиологических препаратов в современной медицине: материалы Междунар. симп. Уфа, 1995.  

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика