НИҒМӘТУЛЛИН Рафиҡ Тәлғәт улы (26.7.1950, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Мишкә а.), анатом. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1999). РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (2000) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). БДМИ‑ны тамамлаған (1974), 1977 й. алып шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1990 й. башлап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге трансплантология проблемаларына, төрлө ауырыуҙарҙы хирургик дауалау өсөн биоматериалдар һәм трансплантацион технологиялар эшләүгә һәм индереүгә, туҡымалар банкы ойоштороуға арналған. Н. ҡатнашлығында регенератив хирургия өсөн аллоплант биоматериалдарының ҡайһы бер төрҙәре, диффуз токсик боғаҡты, химик бешеүҙән һуң ҡыҙыл үңәстәге бирсә стриктураларын һ.б. дауалау ысулдары эшләнгән. 180‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Мягкий остов лица человека. Аспекты хирургической и функциональной анатомии. Уфа, 2003 (авторҙ.); Очерки трансплантации тканей. Уфа, 2003; Социальные и медико‑биологические аспекты трансплантации тканей. Уфа, 2007 (авторҙ.).  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика