НИҒМӘТУЛЛИН Радик Әсхәт улы (20.6.1959, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Салҡаҡ а. — 5.10.2012, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1983—86 йй. Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы станцияһында эшләй, 1991 й. алып БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге һөт биҙенең шешеүе һәм яман булмаған шеш ауырыуҙарын, ш. иҫ. аллотрансплантаттар ҡулланып, диагностикалау һәм дауалауға, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары зарарланыуын һәм ауырыуҙарын, ш. иҫ. үт ташы ауырыуы ваҡытында обтурацион эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеген, хирургик инфекцияларҙы иҫкәртеүгә арналған. Н. ҡатнашлығында эренле маститты һәм сей яра ауырыуын дауалау ысулдары эшләнгән. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Диабетическая стопа. Уфа, 2005 (авторҙ.); Редкие заболевания в абдоминальной хирургии. Уфа, 2005 (авторҙ.); Хирургические болезни в вопросах и ответах. Уфа, 2007 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика