НӘЗИФУЛЛИН Вил Лотфи улы (18.7.1950, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлө ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1976). 1977—79 йй. Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында эшләй; 1982 й. алып БДМУ‑ла (1994 й. — терапия һәм кесе шәфҡәт туташы хеҙмәте каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙар, ш. иҫ. йөрәктең ишемия ауырыуы, панкреатит, хроник ҡурылдай‑үпкә ауырыуҙары, ваҡытында клиник иммунология һәм биохимия проблемаларына, хроник бронхит м‑н ауырыусыларҙы шифахана‑курорттарҙа иммунитетты тергеҙеү өсөн ҡымыҙ менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә, халыҡҡа беренсе мед.‑санитар ярҙамды камиллаштырыуға арналған. Н. ҡатнашлығында тишекле гастродуоденаль сей яраларҙы тегеп тоташтырыу ысулы эшләнгән. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Хронический бронхит: лечебно‑реабилитационные программы, дифференцированная иммунореабилитация и профилактика. Уфа, 2002; Циклоферон в комплексной терапии хронического панкреатита у пожилых. Уфа, 2008 (авторҙ.); Внутривенное лазерное облучение крови в комплексной терапии больных хронической обструктивной болезнью лёгких. Уфа, 2009. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика