НЕФРОЛОГИЯ (гр. nephroјs — бөйөр һәм ...логия), бөйөрҙөң төҙөлөшөн һәм функцияларын, бөйөр ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү, үҫеү механизмдарын һәм клиник сағылышын өйрәнеүсе, был ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Башҡортостанда Н. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. алып БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) үткәрелә башлай: бөйөр ауырыуҙарының таралышы һәм патогенезы өйрәнелә, уларҙы дауалау, ш. иҫ. “Янғантау” шифаханаһының дауалау факторҙарын файҙаланып (Р.Ғ. Фәрхетдинов), ысулдары эшләнә. 1964 й. Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһында бөйөр етешмәүсәнлеге булған ауырыуҙарҙы стационарҙа дауалау өсөн беренсе тапҡыр “яһалма бөйөр” аппараты ҡулланыла (Р.Ф. Ғәббәсова, Л.П.Крайзельбурд, М.Ф. Саҡаева). 70—80‑се йй. киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге булғанда гемодиализ үткәреүҙең ыңғай һәм кире күрһәткестәре тикшерелә (Р.М.Уразаев), бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең ауыр формалары булғанда киҫкен бөйөр етешмәүсәнлегенән йонсоған ауырыуҙарға интермиттирлаусы гемодиафильтрация ысулдары булдырыла (С.Н.Ожгихин), төрлө ауырыуҙар ваҡытында бөйөрҙөң функциональ торошона (Ф.С.Әфләтунов, Ш.И.Әхмәтйәнова), бөйөр сирҙәре м‑н ауырығандарҙың башҡа ағзалары һәм системалары торошона, дауалау барышында гемостаз һәм фибринолиз системалары күрһәткестәренә (Т.И.Ратнер, Р.Ғ.Фәрхетдинов, Р.М.Фазлыева) тикшеренеүҙәр үткәрелә, балаларҙа гломерулонефритты дауалағанда респ. шифаханаларының дауалау факторҙарын файҙаланыу б‑са тәҡдимдәр (З.М.Йәнекәева) эшләнә. 2000 й. алып хроник нефриттарҙың көсәйеү механизмдары, хроник пиелонефриттың патогенезы, диагностикаһы һәм уларҙы дауалау (Т.В.Гудкова, Г.Х.Мирсаева, Н.Р. Сәхәү), киҫкен һәм хроник бөйөр етешмәүсәнлеге, ш. иҫ. йөрәк эсе гемодинамикаһы, фосфор‑кальций алмашыныуы боҙолоуын төҙәтеү, программалы гемодиализда булған ауырыуҙарҙа артериаль гипертензия (Е.И. Гермаш, А.В.Дмитриев, Ю.Ш.Ишмәтов, Е.Г.Неустроев, Ожгихин) мәсьәләләре, ауырыуҙарҙа ҡан һәм бәүел хемилюминесценцияһы үҙенсәлектәре (Ә.Р.Авзалетдинова, О.Е. Молодцова, Р.Р.Фәрхетдинов), бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк үткәргән ауырыуҙарҙа бөйөрҙөң хроник ауырыуҙарының үҫеү механизмдары өйрәнелә (Фазлыева етәкс.).  

Р.М.Фазлыева Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика