НЕФРИТ (гр. nephroјs — бөйөр) м е д и ц и н а л а, формаһы һәм төҙөлөшө б‑са күп төрлө булған иммун‑шешеү ауырыуҙары төркөмө, күп осраҡта бөйөр йомғаҡсалары, ш. уҡ каналсыҡтар һәм интерстициаль туҡыма зарарлана.

Кеше Н. Үҙ аллы нозологик форма булараҡ та, системалы ауырыуҙарҙың (системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы, васкулиттар, инфекцион эндокардиттар һ.б.) бер төрө булараҡ та айырыла. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре: бактериаль һәм вируслы инфекциялар, ҡайһы бер экзо‑ (химик матдәләр, дарыуҙар) һәм эндоген (аутоиммун боҙолоуҙар тәьҫире) антигендар тәьҫире һ.б. Төп симптомдары: шешенеү (күбеһенсә йөҙҙә), артериаль гипертензия, бил ауыртыу, бәүелдең төҫө (гематурия) һәм миҡдары үҙгәреү. Киҫкен һәм хроник бөйөр етешмәүе, эклампсия һ.б. кеүек өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Диагностикалау өсөн клиник, лаб., инструменталь (рентген, ультратауыш, изотоп, бөйөр биопсияһы) мәғлүмәттәр һ.б. тикшеренеү ысулдары ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (глюкокортикоидтар, цитостатиктар, антикоагулянттар, антиагреганттар һ.б.), симптоматик (өҙлөгөүҙәр булғанда — гемодиализ), диетотерапия һ.б. Иҫкәртеү: инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм ваҡытында дауалау, сынығыу. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. аҙ. алып БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) үткәрелә: ауырыуҙарҙы патогенетик дауалау ысулдары эшләнә, Н. клиник барышына “Янғантау” шифаханаһының дауалау факторҙары (Р.Ғ.Фәрхетдинов), киҫкен һәм хроник гломерулонефрит ваҡытында гемостаз һәм фибринолиз системаһына тура йоғонтоһо булмаған антикоагулянттар (Р.М.Фазлыева) тәьҫире өйрәнелә. 2000 й. алып хроник Н. үҫеү (Э.Д.Вәлиева, И.В. Моругова) һәм бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк үткәргән ауырыуҙар бөйөрөнөң интерстициаль боҙолоу (Г.Х.Мирсаева, Фазлыева һ.б.) механизмдары өйрәнелә.

Хайуандар Н. Хайуандарҙың бөтә төрҙәре лә ауырый. Н. ҡайһы бер инфекцион ауырыуҙар (сусҡа килаһы, сальмонеллёз һ.б.) булғанда, ағыуланғанда, һыуыҡ тейгәндә һ.б. ваҡыттарҙа барлыҡҡа килә. Гематоген (интерстициаль Н. һәм гломерулонефриттар) һәм уроген Н. (пиелонефрит) айырып йөрөтәләр. Төп симптомдары: киҫкен барғанда — тән т‑раһы күтәрелеү, ҡорһаҡ, муйын аҫты һәм янбаш тирәһе шешенеү, хроник булғанда — тиҙ арыу, шешенеү, ауырлыҡ кәмеү һ.б. Диагностикалау өсөн клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, диетотерапия һ.б. Иҫкәртеү: ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе бөтөрөү. 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Аграр университетта а.х. малдарында Н. клиник‑морфол. билдәләре өйрәнелә, ауырыуҙы диагностикалау ысулдары камиллаштырыла (Ә.Х.Ғәлиев, С.А.Ивановский, Э.Р.Исмәғилева һ.б.). 

У.Ғ.Ҡадиров, Р.М.Фазлыева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика