АРПА (Hordeum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 50) төрө билдәле, Евразия һәм Америкала таралған. Башҡортостанда ҡырлы сәсеү А. яҙғы формаһы үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — ҡыуыш һалам, бейеклеге 35—130 см. Япрағы ҡыяҡ. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Июндә сәскә ата. Емеше — ярылы йәки яланғас бөртөксә, июль аҙағында өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 20—55 г. Орлоғо составында аҡһымдар (15%‑ҡа тиклем), күҙәнәклек (5,5), углеводтар (64), майҙар (2,3) һ.б. бар. Үҫемлек ҡырауға һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы, тиҙ өлгөрөүсе, оҙон көн үҫемлеге, әсе тупраҡҡа сыҙамай. Вегетация осоро 60—110 тәүлек. Төп элгәрҙәре — яҙғы бойҙай, ужым иген культуралары, кукуруз, картуф, шәкәр сөгөлдөрө. Ябай рәт ысулы м‑н сәселә, сәсеү нормаһы 2,5—2,8 ц/га, сәсеү тәрәнлеге 4—7 см. Респ. 2009 й. А. сәсеү майҙаны 421 мең га тәшкил итә, уңдырышлылығы — 23,9 ц/га. Ашарға яраҡлы үҫемлек (һыра ҡайнатыу сәнәғәтендә ҡулланыла; ярма, он етештерелә) һәм мал аҙығы үҫемлеге (йәшел массаһы, орлоғо, һаламы ҡулланыла; көрпә — концентрат мал аҙығы). А. агротехникаһы, селекцияһы, орлоҡсолоғо б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1935 й. алып Аграр университетта (М.П.Архангельский, Р.Р.Исмәғилев, Л.К.Ишмөхәмәтов, Р.К.Кадиков, М.Х.Уразлин һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Ә.Ә.Сәхибгәрәев, Х.С.Әхмәтшин һ.б.) алып барыла. БР б‑са ҡулланылышҡа Белгородский 100, Михайловский, Омский голозёрный 1, Одесский 100, Прерия, Т 12, Челябинский 99 сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Уразлин М.Х. Ячмень яровой. Уфа, 1998; Исмагилов Р.Р., Уразлин М.Х., Гайфуллин Р.Р. Адаптивная технология возделывания полевых культур. Уфа, 2005.

М.Х.Уразлин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018