НЕОТТИАНТА (Neottianthe), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 6 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡалпаҡлы Н. үҫә. Бейеклеге 10—25 см булған, бөрө рәүешендәге бүлбеле күп йыллыҡүлән. Һабағы төҙ, нескә, ҡырлы. Һабаҡтың төбөндәге 2 япрағы эллипс йәки йомортҡа‑эллипс формаһында, осло, оҙонлоғо 6 см тиклем; 1—3 һабаҡ япраҡтары ваҡ, тар ланцет формаһында. Сәскәһе ҡалҡан рәүешле, сәскә эргәлеге япраҡсалары тигеҙ тиерлек, шәмәхә‑ал төҫтә. Ирене 9 мм тиклем оҙонлоҡта, өс бүлкәтле, оҙонайған ҡыуыш үҫентеһе 5 мм, емшәне м‑н тигеҙ. Сәскәлеге — бер яҡлы һирәк башаҡ. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Микотроф. Ҡара ылыҫлы, ҡатнаш урмандарҙа, ҡарағайлыҡтарҙа үҫә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил р‑ндары), Башҡортостандың Урал алдында (Кама‑Ағиҙел уйпатлығы, Өфө яйлаһы) осрай. БР‑ҙыңһәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.