НЕЙРОЛИНГВИСТИК ПРОГРАММАЛАУ, психотерапия һәм ғәмәли психология йүнәлеше. Нейрофизиология, психолингвистика, кибернетика һ.б. ҡаҙаныштарын файҙалана. 20 б. 70‑се йй. үҫеш ала. Н.п. нигеҙендә кеше мейеһе һәм компьютер функциялары оҡшашлығында төҙөлгән кешенең психик процестары һәм тәртибенең моделе ята. Аҡыллы тәртиптең һөҙөмтәле күнекмәләрен булдырыу өсөн ҡулланыла. Ниндәйҙер бер өлкәлә уңышҡа ирешкән кешеләрҙең вербаль һәм вербаль булмаған тәртибен моделләштереү (күсер‑ мәһен алыу) техникаһына һәм телмәр формалары, күҙҙәр, тән хәрәкәте һәм хәтер араһындағы бәйләнештәр йыйылмаһына нигеҙләнә. Персонал һайлағанда, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барғанда, психологик коррекция һ.б. ваҡытында ҡулланыла. Башҡортостанда 1998 й. башлап психология, тренингылау һәм өйрәтеү программаларын уйлап табыу, апробациялау һәм адаптациялау, психологтар, ойошмалар етәкселәре, эшҡыуарҙар, менеджерҙар, һөйләшеүҙәр алып барыу, реклама б‑са белгестәр һ.б. өсөн семинарҙар үткәреү эштәрен башҡарыусы Өфө НЛП‑технологиялар үҙәге (нигеҙ һалыусы Т.В.Гагин) һәм “Система” практик психология үҙәге эшләй, уның базаһында профессионалдар һәм үҙ тормошон үҙгәртергә йәки уңышлы карьера эшләргә теләгән кешеләр өсөн оригиналь өйрәтеү программалары төҙөлгән.

Әҙәб.: Г а г и н Т.В., К о з а к е в и ч С.С. Модели НЛП в работе психолога. М., 2002. 

С.И.Ғәләүетдинова, Л.Г.Дмитриева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика