НЕВРОЗДАР (невр... һүҙенән), н е в р о т и к ҡ а ҡ ш а у, үҙенсәлекле эмоциональ‑аффектив һәм соматик-вегетатив билдәләр аша беленгән психоген нервы‑психик боҙолоштар. Нервы системаһында күҙгә күренгән патоморфол. үҙгәрештәрҙең, психотик билдәләрҙең (һаташыу, галлюцинация, үҙ‑үҙеңде тотоуҙа яңылышыу) булмауы һәм нервы‑психик ҡаҡшауҙың элекке хәленә ҡайтыу һәләте булыуы хас. Неврастения, истерия һәм йөҙәтеүсән хәл Н. айырыла. Н. үҫешенә организм төҙөлөшөндәге бирешеүсәнлек (шәхес үҙенсәлектәре), психик травмалар (стресс, оҙайлы нервы‑психик көсөргәнеш) һәм фенотипик факторҙар (тәрбиә, ғаиләләге насар хәл‑шарттар, тән ауы‑ рыуҙары) һ.б. булышлыҡ итә. Н. клиник билдәләре: неврастения булғанда — артыҡ психик һәм физик арыусанлыҡ, эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ, иғтибар туплауҙың кәмеүе; истерия ваҡытында — клиник билдәләре б‑са тән һәм неврология ауырыуҙарына оҡшай, хәрәкәттең, тойоусанлыҡтың һәм вегетацияның боҙолоуы; йөҙәтеүсән хәл Н. булғанда — шикләнеү, ҡурҡыу, бәйләнсек уйҙар һәм хәрәкәттәр. Диагностика өсөн клиник тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антидепрессанттар, транквилизаторҙар һ.б.), психотерапия. Н. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында В.Л.Юлдашев етәкс. алып барыла: ҡатын‑ҡыҙҙарҙа невротик ҡаҡшауҙың клиник‑психопатологик һәм гормональ‑метаболик факторҙары (О.А.Пермякова); балалар һәм үҫмерҙәрҙә (Р.М.Мәсәғүтов, И.Ф.Тимербулатов), ш. иҫ. дөйөм белем биреү һәм инновация мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусыларында (А.А.Копанева), нервы‑психик ҡаҡшау сигенең мед.‑гигиеник һәм соц. аспекттары; хроник стресс шарттарында соматоформалы ҡаҡшауҙар өйрәнелә (Г.М.Бикмөхәмәтова). 

Р.М.Мәсәғүтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика