НАСИРОВ Хәлим Мосауир улы (1.10.1942, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. — 24.10.2003, Өфө), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1996). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1970 й. алып шунда уҡ эшләй: 1978 й. — үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, 1985 й. — фарм. ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1987 й. алып 2‑се фармакология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тәбиғи химик берләшмәләр араһында яңы биологик актив матдәләр табыуға, стероид һәм стероид булмаған шешеүгә ҡаршы сараларҙың тәьҫир итеү механизмын, Башҡортостандағы дарыу үҫемлектәренең, ш. иҫ. һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенең, химик составын һәм фармакологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, сульфондар һәм глицирризин кислотаһы сығарылмалары нигеҙендә яңы дарыуҙар эшләүгә, шәхси фармакотерапия мәсьәләләренә арналған. Н. ҡатнашлығында дарыу препараттары һәм аҙыҡ өҫтәмәләре (каратолин, ниглизин, эраконд, димефосфон, базуран, гепафит, прополис майы һ.б.) эшләнгән. 350 фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Дикорастущие лекарственные растения Башкирии. Уфа, 1975 (авторҙ.); Фитология: лекарственные растения в научной медицине. Уфа, 1993 (авторҙ.); Избранные лекции по фармакотерапии. Уфа, 2003 (авторҙ.). 

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика