НАРТАЙЛАҠОВ Мәжит Әхмәт улы (3.2.1960, Ырымбур өлк. Переволоцк р‑ны Ғәбдрәфиҡ а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлаған (1983). 1985 й. алып Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында бүлек мөдире. 1987 й. алып БДМУ‑ла: 1997 й. — дөйөм хирургия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1994— 97 йй. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, 2011—15 йй. — дауалау эштәре б‑са проректор, 2015 й. башлап Яңы мед. технологиялары ҒТИ директоры. Фәнни эшмәкәрлеге хирургик гастроэнтерология һәм гепатология, хирургик инфекция проблемаларына, күкрәк ситлеге ағзалары хирургияһына, трансплантологияға арналған. Н. ҡатнашлығында гидроцефалияны, диффуз токсик боғаҡты, бауырҙың паразит булмаған кистаһын дауалау ысулдары эшләнгән һәм практикаға индерелгән, бер моментлы тоталь эзофагопластика ысулдары, микробҡа һәм шешеүгә ҡаршы тәьҫире булған хирургик материалдар алыу ысулдары һ.б. эшләнә. 570‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2012).

Х е ҙ м.: Эхинококкоз печени. Уфа, 2006 (авторҙ.); Хирургия печени и желчных путей. Ростов н/Д., 2007 (авторҙ.); “Биоплант” в хирургии. Уфа, 2008 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика