МЫШКИН Владимир Александрович (29.8.1944, Дүшәмбе), токсиколог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). Мед. хеҙмәте полк. (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй (1987—97 йй. уҡыу бүлеге нач. — хәрби һәм экстремаль мед. каф. нач. урынбаҫары). 1998 й. башлап Өфө Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда: токсикология бүлеге етәксеһе, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге химик матдәләрҙең токсик тәьҫире механизмдарын өйрәнеүгә, интоксикацияларҙы иҫкәртеү, дауалау ысулдарын һәм сараларын эшләүгә арналған. М. ҡатнашлығында бауыр циррозын һәм токсик гепатопатияны моделләштереү ысулдары, гипоксияға ҡаршы активлыҡ м‑н комплекслы ҡушылыу, уны алыу ысулы һ.б. эшләнгән. 350‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Коррекция перекисного окисления липидов при экспериментальных интоксикациях различными химическими веществами. Уфа; Челябинск, 2010; Окислительный стресс и повреждения печени при химических воз‑ действиях. Уфа, 2010 (авторҙ.); Химические поражения организма (молекулярно‑клеточные механизмы, патогенез, клиника, лечение). 3‑е изд. Уфа, 2012 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке