АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын барлыҡҡа килтереүсе планар циклик структуралы молекулаларҙан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр.

А.б. ҡайһы бер углеводородтар — арендар (бензол, нафталин һ.б.), гетероциклик йәки гетероароматик берләшмәләр (пиридин, тиофен, фуран) һәм уларҙың сығарылмалары (ҡара: Конденсирланған ароматик берләшмәләр), ш. уҡ аннулендар (циклооктатетраен), ҡайһы бер органик булмаған цикллы берләшмәләр (боразол) инә. А.б. иң мөһим үсәнлеге — химик тотороҡлолоҡ, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын циклда һаҡлауға, алмашыныу продукттарын барлыҡҡа килтереүгә ынтылыш.

Рәсәйҙә эшләп сығарылған А.б. дөйөм күләменең 30%‑тан ашыуы Башҡортостанда нефть сеймалынан һәм пиролиз ыҫмалаһынан етештерелә (ҡара: Риформинг, Пиролиз, Кокслаштырыу). Ароматик углеводородтарҙың (АУ) С7—С9 фракциялары эреткестәр һәм бензиндың юғары октанлы компоненттары сифатында, айырым төрҙәре (бензол, толуол, ксилолдар, аҙ миҡдарҙа псевдокумол, дурол, нафталин) нефтехимия синтезында файҙаланыла.

Алкил сығарылмалы АУ бензолды һәм уның гомологтарын олефиндар м-н алкиллаштырыу ярҙамында алына. Полистирол һәм кумол (фенол һәмα-метилстиролетештереү өсөн сеймал) алыу өсөн ҡулланылған этилбензолдың ҙур күләмле производствоһы бар. Алкил сығарылмалы АУ — ш. уҡ синтетик йыуыу саралары һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләр етештереүҙә, ике алкил сығарылмалы АУ — ион алмаштырыусы ыҫмалаларҙы синтезлау, галоид сығарылмалы АУ (ҡара: Хлорорганик берләшмәләр) гербицидтар, буяуҙар, биол. актив препараттар алыу өсөн файҙаланыла. Ароматик к‑талар һәм ангидридтарполимерҙар, алкид ыҫмалалары, пластификаторҙар, полиэфир сүстәр (ҡара: Химик сүстәр) алыу өсөн сеймал хеҙмәтен үтәй. Фталле ангидрид (ҡара: Карбониллы берләшмәләр) пластификаторҙар, алкид ыҫмалалары етештереүҙә ҡулланыла.

20 б. 60-сы йй. Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда сәнәғәттең электроника, электротехника тармаҡтары өсөн юғары т‑раға айырыуса сыҙамлы полиимид плёнкалар, сүстәр яһау өсөн пиромеллит диангидридын синтезлау технологияһы уйлап табыла (Р.М.Мәсәғүтов, Ю.В.Чуркин). Псевдокумолдан алынған тримеллит ангидридынан юғары т‑раға (220°С тиклем) сыҙамлы эмаль, лак сифатында ҡулланылған полимерҙарҙы синтезлайҙар.

80-се йй. Химия ин-тында (ҡара: Органик химия институты) дарыуҙар, гербицидтар, буяуҙар һ.б. сығарыуҙа ҡулланылған пиридин, дипиридин, хинолин, фенантролин кеүек гетероароматик берләшмәләрҙе синтезлауҙың яңы ысулдары эшләнә (У.М.Джемилев, Ф.А.Сәлимов, Г.А.Толстиков). А.б. һәм улар нигеҙендәге продукттарҙың биол. тарҡалыуы түбән булыу сәбәпле, улар м-н эшләгәндә һәм ҡалдыҡтарын эшкәрткәндә хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәү талап ителә. Шулай уҡ ҡара: Аминдар, Сәнәғәт ҡалдыҡтары, Үҫемлек ароматик берләшмәләре, Химик бысраныу.

Әҙәб.: Харлампович Г.Д., Чуркин Ю.В. Фенолы. М., 1974; шул уҡ. Использование ароматических углеводородов //Журнал Всесоюзного химического общества им. Д.И.Менделеева. 1977. Т.22. Вып.1; Эфрос Л.С., Горелик М.В. Химия и технология промежуточных продуктов. Л., 1980; Овчинников В.И., Назимок В.Ф., Симонова Т.А. Производство терефталевой кислоты и её диметилового эфира. М., 1982.

В.Н.Одиноков, Ю.В.Чуркин

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018