МЫРҘАБАЕВ Хәсән Хәмзә улы (8.12.1951, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ибрай а.), гистолог. Мед. ф. д‑ры (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1978), 1981 й. алып шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып гистология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2003—15 йй. педиатрия ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге пуля яралары төҙәлеү барышында терәк‑хәрәкәт аппараты ағзалары туҡымаһы регенерацияһының морфол. нигеҙҙәрен, травмалар һәм киҫкен анемия ваҡытында һөлдә мускулдарының күҙәнәк эсендәге процестарын тикшереүгә, яңы тыуған балаларҙың гематологик күрһәткестәрен һәм лейкоциттарының цитохимик үҙенсәлектәрен, балаларҙа периферик ҡан күрһәткестәренә экологик факторҙар йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан көкөрторганик берләшмәләр ҡулланып гистологик препараттар әҙерләүҙең тиҙләтелгән ысулы эшләнә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Посттравматическая регенерация кожи. Омск; Уфа, 2013 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке