МЫЙЫҠЛЫ АЛЬП ҠУҢЫҘЫ Rosalia alpina), ҡаты ҡанатлылар отрядының мыйыҡлы ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Башлыса Европала (төньяҡта Швецияның көньяҡ өлөшөнә тиклем) таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 15—38 мм. Кәүҙәһе зәңгәр һыу һоро, йышыраҡ өҫкө ҡанатында ебәк-ҡара таптар һәм таҫмалар була, һирәк осраҡта ҡара төҫтә. Мыйығы 11 быуынлы, зәңгәр төклө, ата бөжәктәрҙә — кәүҙәһенән 1,5 тапҡыр оҙонораҡ. Йомортҡаларын япраҡлы ағастар ҡайырының ярыҡтарына һала. Ҡарышлауығы эре (40 мм тиклем), аҡ төҫтә, арҡаһының алғы өлөшөндә ҡыҙғылт һары таптар бар. Май— июндә ҡурсаҡлана. Үҫеш циклы (3—4 йыл) тышҡы мөхит шарттарына бәйле. Ҡарышлауығы ҡышлай. Осошо июнь—сент. ҡояшлы көндә күҙәтелә. Ауырыу йәки ҡороған япраҡлы ағастарҙың (имән, йүкә, сәтләүек ағасы, энәлек һ.б.) үҙағасы мн туҡлана. БРҙа Архангел, Ғафури, Иглин һәм Мәләүез рндарының таулы урмандарында осрай. БРҙыңһәм РФтың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке