МҮКЕЛӘГЕ(Oxycoccus), арсаһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрөһаҙ М.е. һәм ваҡ емешле М.е. үҫә. 75 см тиклем оҙонлоҡтағы ҡаты еп рәүешле түшәлеп үҫкән һабаҡлы мәңге йәшел түшәлеүсән ваҡҡыуаҡ. Япрағы оҙонса, ҡалын, ҡыҫҡа һаплы. Сәскәһе оҙон сәскәһабында урынлашҡан, ал төҫтә; касаһы һәм тажы 4 бүлемле, һеркәсе 8. Сәскәлеге тәлгәш һымаҡ. Май—июндә сәскә ата. Емеше — һутлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл еләк, авг.—сент. өлгөрәһәм үҫемлектәҡар аҫтында яҙға тиклем һаҡлана. М.е. Башҡортостандың Урал алдының һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының төньяҡ өлөшөндә күтәренке һәм күсмә һаҙлыҡтарҙа үҫә. Дарыу үҫемлеге. Составында С, В1, В2 витаминдары, каротиндар, органик кталар, пектиндар, эфир майҙары булған еләген яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш аҙыҡ итеп ҡулланалар. Япрағы сәй әҙерләүөсөн файҙаланыла. Ваҡ емешле М.е. БРҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке