МУСИНА Ләлә Әхиәр ҡыҙы (4.6. 1958, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡарлыман шәкәр заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑нының Прибельский ҡсб), биолог. Биол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1976 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй, 1983 й. алып Өфөнөң 10‑сы дауаханаһында, 1988 й. — Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә: 1994 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2005 й. — лаб. мөдире, 2011 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2007 й. алып БДУ уҡытыусыһы. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымаларҙы аллоплант ҡулланып трансплантациялауға арналған. М. тарафынан макрофагтарҙың популяциялары һәм уларҙың дегенератив-дистрофия ауырыуҙарын, шешеүҙәрҙе һ.б. дауалау өсөн биотрансплантаттар ҡулланғанда туҡымаларҙы регенерациялау роле өйрәнелә. М. тарафынан күҙәнәктәрҙе аллоген биоматериал м‑н стимуллаштырыуҙан һуң макрофагтарҙың уларҙы пролиферациялауға һәм дифференциациялауға көйләүсе тәьҫире асыла. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Правильно ли мы оперируем глаукому? К вопросу о патогенезе и лечении глаукомы. М., 2013 (авторҙ.); Регенеративная медицина. Уфа, 2014 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке