МУЛДАШЕВ Альберт Әкрәм улы (25.8.1954, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Түб. Сермән а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Сермән а.), ботаник. Биол. ф. канд. (1983). РФ‑тың атҡ. экологы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1976). 1980 й. алып  Биология ин‑тында эшләй: гербарий мөдире, 1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандағы үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең популяцион биологияһына, геоботаникаға, үҫемлектәрҙе системаға һалыуға, флорға һәм тәбиғәтте һаҡлауға арналған. М. тарафынан яңы таксондар — феостигма заты һәм астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған 4 төр (Грубов аянияһы, Роборовский аянияһы һ.б.) тасуирланған, тәүге тапҡыр БР‑ҙа 150‑нән ашыу төр үҫемлек үҫеүе асыҡланған. БР Ҡыҙыл китабының төп авторы. “БР‑ҙың һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһы” (2004) проектын эшләүҙә ҡатнашҡан, 4 тәбиғи паркты һәм 60 тәбиғәт ҡомартҡыһын фәнни яҡтан нигеҙләгән һәм проектлаған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Охрана редких видов растений на Южном Урале. М., 1987 (авторҙ.); Определитель высших растений Башкирской АССР. М., 1989 (авторҙ.); Красная книга Республики Башкортостан. Т.1. Растения и грибы. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке