МУЙЫЛ (Padus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай М. үҫә. Япраҡ ҡоя торған ағас йәки бейек ҡыуаҡ. Сатыры ҡуйы, йәйенке, ҡабығы һәм ботаҡтары көрәнһыу ҡара төҫтә, аҡһыл һары һабаҡ ауыҙсалары м‑н ҡапланған; олононоң бейеклеге 5—15 м, диам. 20 см тиклем. Япрағы сиратлы, ҡыҫҡа һаплы, бөтөн, эллипс формаһында, осло башлы, сите ваҡ киртләсле. Сәскәһе аҡ, ваҡ, хуш еҫле, күп һанлы, ҡуйы һалынҡы тәлгәшкә йыйылған. Майҙа— июнь башында сәскә ата. Емеше — ҡара, шар һымаҡ һутлы төшлө емеш, авг. өлгөрә. Йылға үҙәндәре буйлап, һыубаҫар, һирәгерәк сағыл урмандарҙа, йырындарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. М. тупраҡтың структураһын яҡшырта, йылға ярҙарын һәм тау битләүҙәрен нығыта; үҙағасы ағас эшкәртеү сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла. Составында витаминдар, дуплау матдәләре, органик к‑талар, шәкәр булған емештәре медицинала ҡулланыла. Декоратив, мал аҙығы, баллы, һитәле, ашарға яраҡлы үҫемлек. М. япрағы ҡаҙҙар өсөн ағыулы.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке