МӨХӘМӘТОВА Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы (25.11.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Түб. Ҡарғалы а., — 29.3.1989, Өфө), профпатолог. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1972). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлаған (1934), 1938 й. алып Алыҫ Көнсығыш һәм Мәскәү мед. учреждениеларында эшләй. 1941 й. башлап Өфөлә: 1942 й. — 5‑се дауахананың бүлек мөдире, баш табибы, 1943 й. — ҡаланың һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 1946 й. — Үҙәк клиник дауахананың бүлек мөдире, баш табибы, 1947—50 йй. БАССР һаулыҡ һаҡлау министрлығының министр урынбаҫары, 1954— 57 йй. баш терапевы, 1950—54 йй. Респ. профпатология клиник дауаханаһының баш табибы. 1957 й. алып Өфө хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда, 1979 й. тиклем уның директоры. Фәнни эшмәкәрлеге һөнәри ауырыуҙар һәм сәнәғәт токсикологияһы проблемаларына, нефть, нефтехимия һәм химия сәнәғәте пр-тиелары эшселәре организмына сәнәғәт ағыуҙары тәьҫир иткәндә адаптация механизмдарын өйрәнеүгә арналған. 150 фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1970) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Хроническая интоксикация продуктами сернистой нефти (патогенез, клиника, лечение). М., 1966 (авторҙ.); Вопросы клиники, патогенеза и лечения хронической интоксикации бензином. Уфа, 1975 (авторҙ.); Гигиена труда в нефтяной промышленности. М., 1979 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке