АРМСПОРТ (ингл. arm — ҡул һәм спорт), армрестлинг, спорт төрө, ҡатнашыусылар ҡаршы яҡтың беләген һәм ҡул суғын махсус өҫтәл өҫтөнә ҡыҫырға тейеш булған бергә-бер ҡул көрәше. Башҡортостанда А. үҫеше 20 б. 90‑сы йй. тура килә, был осорҙа Өфөлә Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы эргәһендә, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Яңауыл ҡҡ., Бишбүләк һәм Краснокама р‑ндарында А. б‑са секциялар асыла. 1994 й. алып А. милли һәм халыҡ спорт уйындары фестивале программаһына индерелә. БР үҫмерҙәр йыйылма командаһы — Рәсәй беренселектәренең көмөш (2010) һәм бронза (2006, 2008, 2011) призёры, үҫмер спортсылар командаһы бронза призёры (2009). Башҡортостанда А. б‑са Рәсәйҙең тәүге спорт мастеры — С.В.Михайлов (2000), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры — С.Т.Әхмәтгәрәева (2003). Халыҡ-ара ярыштарҙа түбәндәге спортсылар юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә: Д.В.Александров — Евразия Кубогының бронза призёры (2003); Р.Р.Ғәзизов — ирҙәр араһында Европа чемпионатының бронза призёры (2 тапҡыр, 2009); Т.М.Онанова — Европа чемпионатының көмөш һәм бронза призёры (2003); Әхмәтгәрәева — 2 тапҡыр донъя чемп., Европа чемпионаты еңеүсеһе һәм көмөш призёры (2003), донъя чемпионаттарының көмөш призёры (3 тапҡыр, 2005—06); Ю.Р.Хәлфина — ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионаттарының бронза призёры (2009—10); А.В.Галстян — Европа беренселегенең 2 тапҡыр көмөш призёры, донъя беренселегенең бронза призёры (2001); Д.С.Яковлев — донъя (2005—06) һәм Европа (2006) беренселектәренең көмөш призёры, донъя (2006) һәм Европа (2005) беренселектәренең бронза призёры; Э.Р.Зәйдуллин (2005) һәм К.А.Семёнов (2008) — донъя беренселектәренең көмөш призёрҙары; Е.О.Рогов — Европа беренселегенең көмөш һәм бронза призёры (2007); Э.Р.Муллағолов — донъя (2 тапҡыр, 2008) һәм Европа (3 тапҡыр, 2006, 2008) беренселектәре еңеүсеһе; В.А.Денисов — Европа беренселеге еңеүсеһе һәм көмөш призёры (2008); Н.С.Решетников — донъя беренселегенең 2 тапҡыр көмөш призёры, Европа беренселегенең бронза призёры (2008); Н.Р.Әхмәтов — донъя беренселегенең көмөш призёры (2008), Европа беренселектәренең бронза призёры (2008—09); М.Т.Хәйретдинов — донъя беренселеге еңеүсеһе һәм бронза призёры, Европа беренселеге еңеүсеһе һәм көмөш призёры (2009); Р.Ф.Йәмилев — үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең бронза призёры (2010); К.Б.Николаев (2005) һәм А.И.Шафиҡов (2007) — студенттар араһында донъя чемпионаттарының бронза призёрҙары; ветерандар араһында Онанова — Европа чемпионаты еңеүсеһе һәм бронза призёры (2003), П.М.Прохоров — донъя чемпионаттарының (2005, 2007—08, 2010) бронза, Европа чемпионатының (2007) көмөш һәм бронза призёры. Респ. 10‑дан ашыу А. секцияһы эшләй, уларҙа 1 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). А. м‑н тренерҙар Е.В.Едих, Ж.Х.Исмәғилев, Р.М.Мөхәмәтшин, Г.К.Онанашвили, Прохоров, А.В.Сулимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

П.М.Прохоров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.