МӨХӘМӘТОВ Фәрит Фәһим улы (3.4.1947, Өфө), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2003). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы, СССР‑ҙың (1991) һәм БР‑ҙың (2008) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Белорет металлургия комб‑тының мед.‑санитария бүлегендә эшләй, 1979 й. алып БДМИ‑ла, 1984 й. — “Травматология, ортопедия (ш. иҫ. эре быуындарҙы эндопротезлау)” мед. ярҙамының махсуслаштырылған төрө үҙәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 2002—13 йй. БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре терәк-хәрәкәт системаһы ауырыуҙарын һәм травмаларҙы, һөйәк‑мускул системаһы шештәрен хирургик дауалау, эре быуындарҙы эндопротезлау, һынған һөйәктәрҙе компрессион-дистракцион аппараттар файҙаланып тоташтырыу ысулдарын камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында остеосинтез өсөн аппараттар һәм яйланмалар, янбаш‑бот быуыны ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау төрөн һайлап алыу программалары, умыртҡа бағанаһының корректоры һ.б. эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Асептический некроз головки бедренной кости. Уфа, 2003 (авторҙ.); Диагностика и хирургическое лечение ложных суставов шейки бедра. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке