МӨХӘМӘТОВ Рәшит Юныс улы [21.9.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 5.7.2013, Өфө], суд‑мед. эксперты. Мед. ф. д‑ры (1971), проф. (1971). БДМИ‑ны тамамлаған (1951), 1954—84 йй. һәм 1987— 92 йй. шунда уҡ эшләй (1963—84 йй. суд медицинаһы каф. мөдире); 1984 й. алып Өфөнөң суд‑мед. экспертиза бюроһында, 1986—87 йй. Республика санитар-ағартыу йортонда, 1995— 2004 йй. БДУ‑ла эшләй, 1998 й. башлап Сибай ин‑тының дөйөм хоҡуҡ дисциплиналары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге иректән мәхрүм итеү урындарында рыялы һәм яһалма ауырыуҙар проблемаларына, төрлө йәштәге кешеләрҙең ҡапыл үлеү сәбәптәрен экспертизалауға арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР суд.‑мед. эксперттарының Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1963—84).

Х е ҙ м.: К вопросу о профилактике скоропостижной смерти от ишемической болезни сердца //Вопросы гигиены и охраны здоровья населения в регионах с развитой нефтеперерабатывающей и нефтехимической промышленностью. Уфа, 1989 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке