МӨХӘМӘТОВ Мәрдиғәләм Ноғман улы (5.2.1886, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Гирьяльская станицаһы, хәҙ. Ырымбур өлк. Беляев р‑ны Гирьял а., — 3.9.1950, Өфө), педагог, педиатр. Мед. ф. д‑ры (1945), проф. (1946). Өфө уҡытыусылар ин‑тын (1914) һәм МДУ‑ны (1927) тамамлаған. 1910 й. алып “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә, 1914 й. — Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а. (хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а.) министрлыҡ мәктәбендә уҡыта, 1918 й. — Өфө татар‑башҡ. пед. курстары мөдире. 1922 й. башлап Мәскәүҙә: 1925 й. тиклем СССР Мәғариф ХК‑нда, бер үк ваҡытта И.В.Сталин ис. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тында, 1929 й. алып Г.В.Плеханов ис. Халыҡ хужалығы ин‑тында уҡыта, 1935—38 йй. — 7‑се балалар поликлиникаһында эшләй. 1932—35 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тының мәктәп гигиенаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта Өфөнөң балалар дауаханаһында эшләй; 1938 й. башлап БДМИ‑ла, 1946 й. — балалар ауырыуҙары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙың инфекцион ауырыуҙарын, ш. иҫ. дифтерия м‑н скарлатинаны, диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемаларына арналған. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Общая педагогика. Уфа, 1919.

Г.Ю.Мыздрикова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке