МӨСЛИМОВ Сәғит Әсхәт улы (14.7. 1948, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Йәрми а.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2001). БДМИ‑ны тамамлаған (1977), 1980 й. алып шунда уҡ эшләй, 1985 й. башлап Өфөнөң 10‑сы дауаханаһында лаб. мөдире, 1991 й. — Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымаларҙы трансплантациялау һәм регенерациялауға, регенератив хирургияның морфол. нигеҙҙәренә, аллоген биоматериалдар ҡулланып күҙ һәм пластик хирургия өсөн трансплантация технологияларын эшләүгә, гепатобилиар система ауырыуҙарын дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында аллоплант биоматериалдары, күҙ алмаһы конъюнктиваһы пластикаһы өсөн трансплантаттар, трансплантатты реципиенттың иммун реакцияһынан һаҡлау алымдары, сей яра ауырыуын, бауыр циррозын дауалау ысулдары һ.б. эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Морфологические аспекты регенеративной хирургии. Уфа, 2000; Регенеративная медицина. Уфа, 2014 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке