МӨГӨҘЬЯПРАҠ (Ceratophyllum), мөгөҙьяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сумған М. һәм яртылаш сумған М. үҫә. Тамырһабағы булмаған күп йыллыҡ үләндәр, һыу ятҡылыҡтарының төбөнә аҫҡы япраҡтары ярҙамында берегә. Һабаҡтары 60—100 см оҙонлоҡта, нескә, шыма, мурт, өҫкө өлөшөндә ҡуйы тармаҡлы, уларҙың осонда көҙ көнө ҡышлау бөрөләре барлыҡҡа килә. Яп‑ раҡтары сәнске һымаҡ бер, ике йәки өс еп рәүешле өлөшкә теленгән, ҡарағусҡыл йәки асыҡ йәшел төҫтә, ҡаты йәки йомшаҡ, быуын тирәләп урынлашҡан. Сәскәләре ваҡ, яңғыҙар, күркһеҙ, һеркәлек сәскәләренең сәскә эргәлеге аҡһыл төҫтә, емешлек сәскәләренеке — йәшкелт; һыу аҫтында япраҡ ҡуйынында урынлашҡан. Июнь—авг. сәскә ата. Еме‑ ше — бер йәки өс сәнскеле ваҡ сәт‑ ләүек. Үлән баҫа башлаған һыу ятҡылыҡтарында, йылғаларҙа һәм һыу ағымы яй булған ҡылымыҡтарҙа осрай. Сумған М. респ. бөтә терр‑яһында тиерлек, яртылаш сумған М. Башҡортостандың Урал алдында (Дәүләкән р‑ны) таралған. Балыҡтар һәм һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар өсөн аҙыҡ.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке