МӨГӨҘЛӨ ҠУҢЫҘ (Oryctes nasicornis), ҡаты ҡанатлылар отрядының ысын суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 25—40 мм, төҫө һорғолт көрән. Мыйығы суҡ рәүешендә, осона табан ҡалынайған. Аяғы көслө; алғылары ҡаҙыу өсөн, артҡылары терәк тешле һәм сәнскеле. Енси диморфизм хас: ата бөжәктең арҡаһының алғы өлөшөндә тешле сығынты һәм башында формаһы б‑са мөгөҙҙө хәтерләткән оҙон, бер аҙ бөгөлгән үҫенте (оҙонлоғо 9 мм тиклем) бар. Балағорттарының оҙонлоғо 75—80 мм, 4 йыл дауамында үҫемлек серетмәләре өйөмөндә, япраҡлы ағастар ҡыуышында, пар‑ никтарҙа үҫешәләр. М.ҡ. ҡараңғы төшкәс оса башлай. Өлкән бөжәктәр һәм балағорттары сереп ятҡан үҫемлектәр, тиреҫ һ.б. м‑н туҡлана. БР‑ҙа ҡатнаш урмандарҙа, болондарҙа, далала йәшәй; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Балағорттары культуралы үҫемлектәрҙең тамырҙарын зарарлай.

В.А.Книсс

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке