МОЧАЛОВ Сергей Михайлович (5.9. 1939, Өфө), физиолог, философ. Филос. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй. 1993 й. алып БДУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге ҡан әйләнешенең, һиҙеү ағзаларының, кешенең үҙ-үҙен тотошоноң системалы механизмдары физиологияһын өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан уратып алған ысынбарлыҡтың ҡабул ителеүсе объекттарын ысын итеп тойорға мөмкинлек биргән тойғоларҙың процессуаль характеристикалары асыҡланған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Категория “ощущения реальности” (философские и естественно-научные аспекты). Уфа, 2001; Чувственное познание и восприятие реальности окружающей действительности. Уфа, 2006. 

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке