“АРМИЯ И НАРОД” (“Армия һәм халыҡ”), ижт.‑сәйәси гәзит. Халыҡ армияһы штабының матбуғат бюроһы, 1918 й. дек. алып Рус армияһының Кама төркөмө органы. Өфөлә 1918 й. көн һайын урыҫ телендә сыға. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр һәм материалдар, хәрби бойороҡтар һәм ҡарарҙар, телеграммалар, фронттан яңылыҡтар, ш. уҡ хикәйәләр, фельетондар һ.б., иғландар баҫыла. Мөхәррире — Ф.З.Чембулов.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018