МОФАЗАЛОВ Фәһим Фәнис улы (29.8.1962, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Дмитриевка а.), онколог, радиолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2011). БДМИ‑ны тамамлаған (1985). 1991 й. алып Респ. клиник онкология диспансерында (1997 й. — нур диагностикаһы һәм нур терапияһы б‑са баш табип урынбаҫары), бер үк ваҡытта 1990 й. башлап БДМУ-ла (1997—2007 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тының нур диагностикаһы, 2014 й. алып Позитрон-эмиссион томография үҙәгенең ядро мед. һәм радиотерапияһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге бауыр шештәренең һәм үпкә абсцестарының нур диагностикаһын, баш һәм муйын яман шешенең, баш мейеһе яман шеш глиомаларының химия‑нур терапияһын, нурҙан зарарланыуҙы иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында бауыр шештәре диагностикаһында, бәүел ҡыуығы яман шешен гипоксик радиосенсибилизация файҙаланып дауалауҙа ҡулланылған ядро мед. ысулдары һ.б. камиллаштырыла. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. Проф. Б.Б.Ҡудашев ис. БР Радиологтары (нур диагнозсылары һәм терапевтары) ассоциацияһы президенты (1999 й. алып).

Х е ҙ м.: Рентгеновская компьютерная томография при травме и острых заболеваниях. Уфа, 2001 (авторҙ.); Эхография в диагностике и мониторинге заболеваний щитовидной железы. Уфа, 2002 (авторҙ.); Лазерное и магнитное сопровождение лучевой терапии. М., 2003 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке