МОТАЛОВ Айрат Ғәйнетдин улы (11.4.1954, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1994), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (2004). Ғ.Х.Моталовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй: 1982—91 йй. һәм 1994 й. алып уҡытыусы, 1999—2014 йй. БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының педиатрия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡандың онкологик ауырыуҙарын, ш. иҫ. лейкоздарҙың, үҫеп китеү хәүефе факторҙарын өйрәнеүгә, артериаль гипоһәм гипертензияны диагностикалау һәм дауалауҙы камиллаштырыуға, балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында яңы тыуған балаларҙа баш һөйәге эсенә ҡан һауыуҙы диагностикалау ысулы эшләнә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Рәсәй педиатрҙар союзының Башҡ‑н бүлексәһе идараһы рәйесе (1994 й. алып).

Х е ҙ м.: Метаболизм миокарда при артериальной гипертонии. Уфа, 2003 (авторҙ.); Сердечно‑сосудистые заболевания: распространённость, факторы риска, генетический полиморфизм, метаболические нарушения и состояние гемостаза, профилактика. Уфа, 2005 (авторҙ.); Физиология, патология и охрана здоровья детей подросткового возраста. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке