МОСТАФИНА Ольга Евгеньевна [28.8.1955, БАССР‑ҙың Оло Теләк р‑ны Оло Теләк а. (БР‑ҙың Иглин р-ны)], биохимик, генетик. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) ЛДУ‑ла эшләй, 1983 й. алып БАХИ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — Химия ин‑тында, 1986 й. — Биохимия һәм генетика ин‑тында (2000 й. башлап лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге кешенең биохимияһы һәм генети‑ каһына, күп факторлы ауырыуҙарҙың (йөрәктең ишемия ауырыуы, эссенциаль гипертензия һ.б.), ҡартайыуҙың һәм оҙон ғүмерлелектең молекуляр‑генетик нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. М. етәкс. йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, инсульт һ.б. нәҫелдән килгән бирешеүсәнлектең структураһын тәшкил иткән гендарҙың аллель варианттары асыла, 1‑се тип шәкәр диабеты, миокард инфаркты, эссенциаль гипертензия, тарҡау склероз үҫешеүе хәүефенең генетик маркерҙар системаһы эшләнә. М. тарафынан ҡартайыуҙың һәм оҙон ғүмерлелектең генетик нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн БР халҡының ДНК өлгөләре коллекцияһы формалаштырыла; гендарҙың оҙаҡ йәшәүгә булышлыҡ итеүсе аллель варианттары асыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Липидный спектр сыворотки крови в условиях разных антропоэкосистем. Исследования в Башкортостане. Уфа, 2001.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.