МОСТАФИН Таһир Исламнур улы [22.8.1953, БАССР‑ҙың Покровка р‑ны Биштин а. (БР‑ҙың Благовещен р‑ны)], хирург, патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1983 й. тиклем Дыуан р‑ны Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1986 й. алып (өҙөклөк м-н) БДМУ‑ла (2000 й. башлап патологик анатомия каф. мөдире); 1994—2000 йй. Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһы ҡарамағындағы Республика сепсисҡа ҡаршы үҙәге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре абдоминаль һәм эренле хирургия проблемаларына, ш. иҫ. ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы, ҡорһаҡ тышындағы ағзаларҙың эренле‑шеш, диабетик табан ауырыуҙарының клиник-морфол. аспекттарына; патологоанатомик тикшеренеүҙәр ысулдарын камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында таралған эренле киҫкен перитонитты дауалау, киҫкен панкреатиттың ауырлығын баһалау ысулдары, перитонит ваҡытында эсәктәге бөтәү яра кимәлен билдәләү алымдары һәм уның обтурацияһы өсөн яйланма эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. БР патологоанатомдары Рәсәй йәмғиәтенең Башҡ-н бүлексәһе рәйесе (2001 й. алып).

Х е ҙ м.: Диагностика и лечение кишечных свищей при перитоните. Уфа, 1999; Острый деструктивный панкреатит. Элиста, 2008 (авторҙ.); Клинико‑морфологические особенности синдрома диабетической стопы. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.